Изге йома көнөбөҙ мөбәрәк булһын!
Изге йома көнөбөҙ мөбәрәк булһын! ✅«Яҡшылыҡтар насарлыҡтарҙы юҡ итер», – тиелә «Һуд» сүрәһенең 14-се аятында. ✅Яҡшылыҡ эшләгән кеше ҡылған изгелектәренән сауапты шул тиклем күп алыр, гонаһтары эшләгән сауаптары алдында бик бәләкәй генә булып ҡалыр. ✅Берәй мосолман ниндәй ҙә булһа яҡшылыҡ эшләһә, уға – ун сауап, насарлыҡ эшләһә, бер насарлыҡҡа бер генә гонаһ бирелә. Был хаҡта «Әл-Әнғәм» сүрәһенең 160-сы аятында әйтелгән. Аллаһы Тәғәлә бәләкәй гонаһтарҙы, әгәр даими ҡабатланып тормаһа, ғәфү итә. Һәр беребеҙгә Аллаһы Тәғәлә ризалығында яҡшы, изге эштәр генә эшләргә яҙһын. Раббыбыҙ биргән ниғмәтебеҙгә, эшебеҙгә шөкөр итеп, рәхмәтле булып ҡына йәшәйек. Эшебеҙ, йөрөгән юлдарыбыҙ уң, үҙебеҙ иҫән-һау булайыҡ. Илебеҙгә тыныслыҡ килһен, махсус хәрби операцияла йөрөгән яугирҙарға иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын ин шәә Аллаһ.