Бөгөн – Башҡортостанда милли бейеү көнө
Бөгөн – Башҡортостанда милли бейеү көнө Сағыштырмаса йәш байрам ул. Ошо иҫтәлекле көн менән халыҡты БР Башлығы Радий Хәбиров та ҡотлап, матур видеояҙма һалған. 21 октябрҙә беҙҙең легендар хореограф, Дәүләт академик халыҡ бейеүҙәре ансамбленә нигеҙ һалыусы Фәйзи Ғәскәров тыуған. Бейеү көнө ошо датаға тура килтерелде лә. “Халыҡтар дуҫлығы, телгә, мәҙәниәткә, йола һәм традицияларға үҙ-ара ихтирам – беҙҙең күп милләтле республикабыҙҙың төп көсө. Ә был бөгөнгө байрам – бер-беребеҙҙе тағы ла яҡшыраҡ аңларға өйрәнеүгә бер форсат та”, – тигән Радий Фәрит улы.