Башҡортостандан Ринат Иҙекәев Ҡытайҙағы халыҡ-ара һөнәри оҫталыҡ ярышында еңеү яуланы
Башҡортостандан Ринат Иҙекәев Ҡытайҙағы халыҡ-ара һөнәри оҫталыҡ ярышында еңеү яуланы Башҡортостан вәкиле Ринат Иҙекәев Рәсәйҙең профессиональ иретеп йәбештереүселәр командаһы составында Ҡытайҙа үткән Arc Cup International Welding Competition халыҡ-ара чемпионатында еңеүсе булды. Ринат Иҙекәев «Транснефть-Урал» компанияһында эшләй. Ул төбәк һәм федераль кимәлдәге һөнәри оҫталыҡ бәйгеләрендә үҙенең һәләтен һәм оҫталығын күп тапҡыр иҫбатлаған. Ҡытайҙағы чемпионатта ҡатнашыу хоҡуғын Ринат «Кадрҙар» милли проекты сиктәрендә ойошторолған Бөтә Рәсәйҙең «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» конкурсы һөҙөмтәләре буйынса яулаған. Был бәйгелә ул икенсе урын алған. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә Ринатты еңеүе менән ҡотлап, уға һәм ихлас теләктәрен еткерҙе. «Ул әле һөнәр һайлау алдында торған йәки хеҙмәт юлын яңы башлаған йәштәр өсөн бик яҡшы өлгө булып тора. Иретеп йәбештереүсе һөнәре — республикала иң кәрәкле эшсе һөнәрҙәренең береһе. Бөгөн вакансиялар банкында ошо йүнәлеш буйынса меңдән ашыу эш урыны бар», — тип билдәләне төбәк етәксеһе. Ринат Иҙекәевтың халыҡ-ара кимәлдәге еңеүе — уның шәхси оҫталығының ғына түгел, Башҡортостандың эшсе һөнәрҙәре вәкилдәренең юғары әҙерлек кимәленең дә сағыу күрһәткесе. Еңеүсе яҡташыбыҙҙы ҙур ҡаҙанышы менән ҡотлайбыҙ! Артабан да яңы үрҙәр, уңыштар һәм һөнәри ҡаҙаныштар юлдаш булһын! Полина ИЛЬЕНКО фотоһы.