Йома көндө күберәк салауат әйтегеҙ — 17 июля 2026 г. в 07:28:28.485
Йома көндө күберәк салауат әйтегеҙ Аллаһ рәсүле ﷺ шулай тигән: "Йома һеҙҙең иң яҡшы көндәрегеҙҙән һәм ул көндө миңә күберәк салауат әйтегеҙ. Ысынында, һеҙҙең салауаттарығыҙ миңә еткереләсәк" Әхмәд, Әбү Дауыт йыйынтыҡтарынан, сахих хәҙис. "Кем миңә бер тапҡыр салауат әйтһә, шуға Аллаһ ун тапҡыр салауат әйтер һәм уға ун яҡшылыҡ яҙыр, уның ун гонаһын ярлыҡар һәм уны ун дәрәжәгә күтәрер" Әхмәд, Ибн Хиббан йыйынтыҡтарынан, сахих хәҙис. Салауат доғалары: "Саллә-Ллаһу ғәлә нәбиййинә Мүхәммәдин үә сәлләм" (Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәткә Аллаһтың ризалығы һәм сәләме булһын!) صلى الله على نبينا محمد و سلم «Алла́һүммә, са́лли ғәлә Мүхә́ммәдин үә ғәлә ә́ли Мүхә́ммәд, кәмә́ салләйтә ғәлә Ибра́һиимә үә ғәлә ә́ли Ибра́һиим, иннәкә хәмидүм-Мәджид; Алла́һүммә, бә́рик ғәлә Мүхә́ммәдин үә ғәлә ә́ли Мүхә́ммәд, кәмә́ бә́рактә ғәлә Ибра́һиимә үә ғәлә ә́ли Ибра́һиим, иннәкә хәмидүм-Мәджид» («Йә Аллаһ! Мөхәммәткә һәм Мөхәммәттең ғаиләһенә рәхмәт ҡыл, Ибраһимға һәм Ибраһимдың ғаиләһенә рәхмәт ҡылған шикелле. Ысынлап, Һин – Маҡтаулы, Данлы! Йә Аллаһ! Мөхәммәткә һәм Мөхәммәттең ғаиләһенә бәрәкәт бир, Ибраһимға һәм Ибраһимдың ғаиләһенә бәрәкәт биргән шикелле. Ысынлап, Һин – Маҡтаулы, Данлы!») Шулай уҡ йома көндө «Әл-Кәһф» сүрәһен уҡыған кешене киләһе йомаға ҡәҙәр нур яҡтыртып торор, уның ике йома араһындағы хата-гонаһтары ярлыҡаныр, тиелә хәҙистә. "Мәмерйә" сүрәһен уҡырға онотмағыҙ! Ҡәрҙәштәребеҙ, икенде ваҡытының һуңғы сәғәтендә үҙебеҙ, яҡындарыбыҙ өсөн доғалар ҡылайыҡ! Йома көнө тураһында Пәйғәмбәребеҙ (صلى الله عليه و سلم): "Был көндә билдәле бер сәғәт бар. Әгәр мосолман булған кеше шул ваҡытта доға ҡылып, Аллаһтан нимәлер һораһа, Ул уға мотлаҡ һорағанын бирер", — тигән һәм ул ваҡыт арауығының ныҡ ҡыҫҡа булыуына ҡулы менән ишаралап күрһәткән. Бохари, Мөслим йыйынтығынан. Ҡылған доғаларыбыҙ, ғибәҙәттәребеҙ ҡабул булһын! Аллаһ Тәғәлә барыбыҙҙы ла хаҡ мосолмандарҙан итеп, Йәннәттә бергә йыйһын! Әмиин🤲!

