Көн торошо ғәжәпләндереүҙән туҡтамай
Көн торошо ғәжәпләндереүҙән туҡтамай ! Синоптиктар алдағы ике көнгә һауа торошон фаразланы. Бөгөн, 15 октябрҙә, Башҡортостанда яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡ-көнсығыштан, уртаса тиҙлектә. Һауа температураһы көндөҙ +15,+20° тәшкил итәсәк. Иртәгә, 16 октябрҙә, яуым-төшөм күҙалланмай. Һауа температураһы төнөн +4,+9°, урыны менән -1°-ҡа тиклем, көндөҙ +14,+19° буласаҡ.
634 просмотров