🌿Көнөгөҙ матур үтһен!
🌿Көнөгөҙ матур үтһен! 📆 Иҫтәлекле көндәр ✔️Халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө ✔️Бөтә донъя ҡул йыуыу көнө ✔️Бөтә донъя күкрәк биҙе яман шеше менән көрәш көнө 🌿Халыҡ һынамыштары ✔️ Йылы октябрь - һалҡын ҡышҡа. ✔️Октябрь башында ҡайынға ҡарағыҙ –япраҡтар әле ҡойолмаған булһа, ҡар һуң ятыр. ✔️Ҡыр ҡаҙҙары иртә китһә, ҡыш иртә килер. ✔️Ҡарлуғастар йылы яҡҡа иртә китһә, ҡыш һыуыҡ һәм оҙаҡ булыр. ✔️Урманда миләш күп булһа, көҙ ямғырлы булыр, аҙ булһа – ҡоро килер. ✔️15 октябрь - көн ямғырлы икән - ҡыш һыуыҡ килер. Ел көньяҡтан иҫһә - ҡыш йылы булыр. Яуым- төшөм булмаһа, күк йөҙө аяҙ икән, тиҙҙән һыуытыр.