Нуралия СӘМСИТДИНОВА
Нуралия СӘМСИТДИНОВА – Мин Белорет районы Инйәр ҡасабаһының 2-се мәктәбендә XI класта уҡыйым. Яҡшы билдәләргә өлгәшәм. Бигерәк тә математика, химия, биология фәндәре оҡшай. Бәләкәйҙән халыҡ бейеүҙәрен бейергә яратам. Бынан тыш, буш ваҡытта стилләштерелгән биҙәүестәр ҙә эшләйем. Әлеге ваҡытта тағы бер яратҡан шөғөлөм бар – милли йәйәнән уҡ атыу. Төрлө ярышҡа йөрөйөм. Ғаиләлә иң оло апай булараҡ, атай-әсәйемә ярҙамлашырға, туғандарыма үрнәк булырға тырышам. Сайтта: https://ye102.ru/articles/guzel/2026-10-06/nuraliya-s-msitdinova-4833353