Ассорти салат
Ассорти салат 1 кг кишер, 1 кг башлы һуған, 1 кг ҡышҡы сортлы кәбеҫтә, 1 кг болгар боросо, 1 кг помидор, 1 кг ҡыяр, бер 200 г укроп менән петрушка, 2 стакан еҫһеҙ көнбағыш майы, 2 ҡалаҡ тоҙ, 1 стакан шәкәр, 125 мл 9 процентлы аш һеркәһе йәки 2 ҡалаҡ 70 процентлы һеркә кислотаһы кәрәк. Йәшелсәнең барыһын да үҙегеҙ теләгәнсә турағас, тоҙ, шәкәр, май, аш һеркәһен өҫтәп, талғын утта болғата-болғата 30 минут бешерергә. Стериль банкаларға тултырып, ҡапҡастарын япҡас, йылы юрған аҫтында тоторға. Ҡалған рецепттар сайтта: https://ye102.ru/articles/mahsus/2026-09-08/ysh-a-erl-n-be-4805817