... Армиянан ҡайтҡас, күп тә йөрөмәнек, өйләнештек. Туй көнөндә ҡунаҡтарҙан кемдер эргә...
... Армиянан ҡайтҡас, күп тә йөрөмәнек, өйләнештек. Туй көнөндә ҡунаҡтарҙан кемдер эргәмә килеп, мине тышҡа саҡырҙы. Уны-быны уйлап тормай, сыҡтым. Ә унда – илауҙан шешенеп бөткән Гөлсинә. Ҡурҡып киттем. «Кешене бәхетһеҙ итеп, барыбер үҙ бәхетеңде төҙөй алмаясаҡһың», – тине ул күҙҙәремә туп-тура ҡарап. Мин шарҡылдап көлдөм дә инеп киттем. Ә уның күҙҙәре, нәфрәт, һағыш тулы ҡарашы мәңге хәтерҙә ҡалды. Нисектер оҙаҡ күҙ алдымдан китмәне. Ҡайҙа икән ул хәҙер? Үҙенең бәхетен осраттымы икән? Сайтта: https://ye102.ru/articles/litra/2026-09-26/sigelg-n-ul-yauly-hik-y-h-li-chembarisova-4821104