... Иң тәүҙә, сабып барып, алғы аяҡтарын Фәнистең күкрәгенә һалып шыңшырға тотондо. Ләк...
... Иң тәүҙә, сабып барып, алғы аяҡтарын Фәнистең күкрәгенә һалып шыңшырға тотондо. Ләкин уның ҡайғыһы юҡ ине Фәнистә, ул еңелсә генә этте ситкә этәрҙе. Ни өсөн?! Хужаның йортон ташлап китмәгән, ихатаны һаҡлаған, хыянат итмәгән. Иң мөһиме – хужаның ҡайтыуын көткән! Ни өсөн бөтәһе лә һағышлы? Һаман да шул илау-һыҡтау, уфтаныуҙар. Ҡапҡа алдына еңел машина артынса йөк машинаһы килеп туҡтаны. Кешеләр шунда табан атланы. Машина арбаһынан йәшниккә оҡшаш, ағастан эшләнгән оҙон әйбер төшөрҙөләр. Барбос бер нәмә лә аңламаны. Табутты өйгә индергән саҡта ғына хужаһының еҫен абайлап ҡалды. Сайтта: https://ye102.ru/articles/mahsus/2024-10-14/u-y-yul-hik-y-3966827