Наргизә тыңлаусан ғына юрған аҫтына сумды. Ғәзиз уның табанын, балтырҙарын спирт менән ...
Наргизә тыңлаусан ғына юрған аҫтына сумды. Ғәзиз уның табанын, балтырҙарын спирт менән ыуҙы. Шул арала йөрәге алҡымына килде лә терәлде. Ниндәйҙер гонаһлы эске хәсиәте сикәһенә сиртергә тотондо. Һылыу кәүҙәне ҡосаҡлап йылытҡыһы, үҙенең йылы күкрәгенә ҡыҫҡыһы килеүен шәйләп, үҙен шелтәләп ҡуйҙы: “Гонаһлы булып ҡуй, йәме! Ахмаҡ!” – Рәхмәт, Ғәзиз ағай, йылынып барам. Ғәзиз үҙен саҡ тыйып ҡалды. Бала ғына бит әле. Аллам һаҡлаһын! – Йоҡла, улайһа. Иртәнсәк юл һарҡығас ҡайтырбыҙ. Ғәзиз төнө буйы йоҡламаны. Шым ғына ҡыҙыҡай янына барып, уға текләп торҙо. Төштән һуң ғына тотош урманды шомландырып, ергә боҙ борсаҡтары түгеп дыу килеп алған күк аяҙыны. Ҡыҙыҡайҙың йөҙө ай яҡтыһында алтынһыу төҫтә. Ирендәре асыла биргән. Йоҡлай. Рәхәтләнеп йоҡлап ята. Тын алышы тигеҙ, һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә. Ғәзизгә Наргизә үҙенең ҡыҙы кеүек күренә биреп ҡуйҙы. Арҡаһынан дөпөлдәтеп кенә яратһаң инде. Ҡуй, йә уяныр. Аңламаҫ. Ни булһа ла, Ғәзиздең күңеленә әллә ниндәй үҙе лә аңламаҫ тойғолар ояланы. https://ejansura.ru/news/hikaya/2026-09-19/syua-k-nd-ge-bo-lo-yam-yr-4816231