Килененең ҡылыҡтарын улына һөйләргә әллә нисә ынтылды Йәмилә. Уныһы ла оҙон көн буйы эш...
Килененең ҡылыҡтарын улына һөйләргә әллә нисә ынтылды Йәмилә. Уныһы ла оҙон көн буйы эштән башы сыҡмай. Икәү-ара татыулыҡтары юғалыр тип тә ҡурҡты. Туҙынып ҡайтып китер, йә алимент түлә тип ятһа шунан. Ҡуй, түҙәйем әле, түҙгәнгә түш, тип йыуатҡан булғайны ул саҡта ла үҙен. Шулай таң һыҙылғандан юҡ эште бар итеп өйҙән "ҡаса" әбей. Көйәнтәләп һыуға бара, баҡса яғын ҡараштыра, мал-тыуарҙы көтөүгә ҡыуыу ҙа уның өҫтөндә. Уянышып сәй эсеп, кире төпкө бүлмәгә инеп сөкөрҙәшкәндәрҙән ҡалған йылымыс сәйҙе эсеп, туҙған сынаяҡ кәсәләрҙе йыйыштырып ҡына ҡуя ул. Ҡайнатып та эсер ине сәйҙе, өйгә әллә ҡайҙан ошо газ тигән нәмәне үткәрттеләр. Ҡайһылыр еренән бороп һүндерәләр ҙә, тоҡандыра алмай аҙаплана әбей. Бер көн шулай уның газ тирәһендә уралғанын күргән килене : - Барыбер сәйҙе ҡайнар килеш кенә эсмәйһең! Эс йылымыс көйө! Ҡайта-ҡайта газ тоҡандырып ней! Былай ҙа ҡиммәт! - тине. Аптыранып, һалҡын сәйгә хушһынды шул саҡтан Йәмилә. https://ejansura.ru/news/hikaya/2026-06-22/y-kl-d-n-k-r-balam-mi-z-l-sir-lina-4725298