– Эскелек йүнлегә алып килмәй тип нисә тапҡыр әйткәнем булды һиңә, улым, – ти Мәғәфүрә ...
– Эскелек йүнлегә алып килмәй тип нисә тапҡыр әйткәнем булды һиңә, улым, – ти Мәғәфүрә һәм ҡыҙҡайға өндәшә. – Фирүзә, һиңә ҡайтырға ваҡыт, шаярттыҡ-булды. Улай итеп кәләш йәрәшмәйҙәр бит инде, аңлап тораһың... Шул саҡ ҡыҙыҡай ҡысҡырып илап ебәрҙе: – Ҡыумағыҙ инде мине, зинһар. Аҙ ғына йәшәргә рөхсәт итегеҙ инде. Улар менән йәшәй алмайым башҡа!.. Ауылдан сығып китер инем, тик минең бөтә эш хаҡымды тартып алалар, юлға ла аҡса ҡалмай... Саҡ ҡына йәшәйем әле, һеҙ ҡурҡмағыҙ – мин өйөгөҙҙә бөтәһен дә эшләйәсәкмен, ярҙам итәсәкмен... Мәғәфүрә аптырап улына ҡараны. Ә Айнур, йомарт кеше булараҡ, ҡул һелтәп кенә ҡуйҙы: – Йәшәһен әйҙә. Үҙем ғәйепле, шулай эсмәҫкә кәрәк ине. Ана тегендә буш бүлмә бар бит, урын күп. Фирүзә, ысынлап та, бик уңған ҡыҙ булып сыҡты. Мәғәфүрә нимәнелер эшләргә уйлап ҡына йөрөгәндә тегеһе уны башҡарып та ҡуя. Иртән сығып һыйырҙы һауырға ла өлгөрә. Ашарға бешерергә генә әллә ни оҫталығы юҡ икән, сөнки йортта эскесе әсәй бешеренмәй тиерлек, шуға ҡыҙын да өйрәтмәгән. Ул Мәғәфүрә апайҙың өйрәтеүен үтенә һәм бер нисә көндән бәлеш бешереп тә ҡуя. Бер көн уларға Гөлдәр килеп инә һәм Фирүзәгә аптырап ҡарай: – Ә ул ни эшләп йөрөй бында? Айнур, көлә-көлә, нисек Ғәнуллаларҙа “ҡунаҡ булғанын” һөйләп бирә. Тәбиғи, барыһын да һөйләп бөтмәй. Гөлдәр, киреһенсә, ҡаштарын йыйыра. – Мине бөтә ауылға мәсхәрә итергә итәһеңме? Хәҙер үк ҡайтып китһен! – ти ул тешен ҡыҫып ҡына. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2025-09-27/auyl-y-y-ayy-hik-y-4402163