Табиптар Мөхәметдинде ҡотҡара алманы. Улар: «Ярамаған нәмә ашаған йә эскән. Эске ағзала...
Табиптар Мөхәметдинде ҡотҡара алманы. Улар: «Ярамаған нәмә ашаған йә эскән. Эске ағзалары ағыуланған», – тигән һығымтаға килделәр. Мөхәметдинде ерләгәс, Әҡлимә ҡайғынан аяҡтан яҙҙы, иҫен юғалтты. Баҙлаған тимер кеүек янған ҡатын һаташып йә иланы, йә көлдө. Бер туҡтауһыҙ ҡалтырана-ҡалтырана, үҙәк өҙгөс итеп ҡысҡырып улын эҙләне йә ҡулын сатаҡ-ботаҡ болғап, һөрәнләп туҡтауһыҙ сабыйын саҡырҙы... Бер аҙналай ауырып ятып, саҡ аяғына баҫты. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-01-01/a-a-yu-ar-ibla-a-hik-y-4525651