- Уф! - тине ул ишектән инер-инмәҫтән. - Беләһегеҙме, МТС-та нимә булды бөгөн?
- Уф! - тине ул ишектән инер-инмәҫтән. - Беләһегеҙме, МТС-та нимә булды бөгөн? - Юҡ, ҡайҙан беләйек? - тине аптырай төшкән Таһира апай. Әхирәтенең күҙҙәрендә шаян осҡондар уйнағанын күргән Маһинур өндәшмәне - көлөмһөрәп, яңы хәбәр көттө. Зәлифә дауам итте: - Беҙ баш баҫып эшләп ултырабыҙ. Бер заман коридорҙа кемдеңдер: «Медсестра! Медсестра!» - тип ҡысҡырғаны ишетелде. Кем икән, тип, ишекте асып ҡараһаҡ - беҙҙә эшләгән бер ағайҙың бисәһе, имеш. Ҡаршы ишектән фельдшер апай килеп сыҡты. Уның: «Ни булды?» тигән һорауына теге ҡатын әйтә: «һеңлем, ҡәйнәмә әллә нимә булды ла ҡуйҙы, барып ҡарамаҫһың микән?» Тәһәрәт алырға сыҡҡан еренән ҡорт саҡҡандай йүгерә-атлай өйгә килеп инде лә, ыңғырашып, урындыҡҡа ауҙы. Мин бында йүгерҙем...» - Уй, Алла! - тип һүҙ ҡыҫтырҙы Таһира апай. - Кем икән һуң ул? Ныҡ ауырып китмәһә ярар ине - оло кешегә күп кәрәкме? Зәлифә йәнә бер килке көлөп алғандан һуң, дауам итте: - Әбейҙә бер ниндәй ҙә ауырыу булмаған шул. Медсестра әйтә, барып инһәм, ысынлап та, оло йәштәге инәй урындыҡта һыҙланып ята. «Нимә булды, ҡайһы ерең ауырта?» тип һораһам, «Эһ!» ти ҙә, билдән түбән яғына ымлай, ти. Ята биргәс, ыңғыраша-ыңғыраша... https://ejansura.ru/articles/common_material/2021-09-07/tartay-hik-y-2495009