Алғы һыҙыҡҡа китергә йыйынабыҙ. Сватово яғына. Фронт линияһынан йыраҡ урынлашҡан Красны...
Алғы һыҙыҡҡа китергә йыйынабыҙ. Сватово яғына. Фронт линияһынан йыраҡ урынлашҡан Красный Лучтағы базала ятабыҙ. “Ун өсөнсө” юҡ та юҡ. Көтөк булып бөттөк. Кисектергеһеҙ эше бар, тинеләр. Будкалар янындағы һары сейә күләгәһендә ултырып та торабыҙ, машина эсенә инеп һуҙылып та ятып ҡарайбыҙ. Егеттәр тәмәкеләрен һүндермәй тиерлек. – Һуғыш үҙе ваҡытты белдерә ул. Ҡабаланмағыҙ. Күп йөрөйбөҙ, беләбеҙ. Беҙ китәбеҙ, снаряд килеп төшә, бер нисә урында шулай булды. Фартовый ағайҙарығыҙ янығыҙҙа, – тип беҙҙе тынысландыра оператор Вадим Исламов. Бер тарихты беҙ беләбеҙ. Ошо Красный Лучтың уртаһында емерек ҙур йорт бар. Ҡунаҡхана ул. Ҡарайып, йәмһеҙ һәм йәнһеҙ булып ултыра. 2022 йылдың 24 июлендә был урынды украина хәрбиҙәре M142 HIMARS америка ракеталары менән утҡа тота. Артиллеристар билдәләүенсә, был киҫкен утсыҡтар 83,6 саҡрым алыҫлыҡтан, Бахмут ҡалаһынан, ебәрелгән. Совет заманында эшләгән ҡунаҡхана ныҡлы булып сыҡҡан, күрәһең, емерелеп, таралып төшмәгән. Уның янындағы тиҫтәнән ашыу объект, йорттар ныҡлы зыян күргән. Тыныс тормошта йәшәп ятҡан ҡалаға нимә тип атырға. Күрәһең, ҡунаҡханала хәрбиҙәр йә башҡалар булған, шуға тоҫҡанылармы икән? Моғайын, урындағы берәй диверсант координаттар менән шундай хәбәр ебәргәндер. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-04-02/yaraly-tynly-4635579