Яҙгөл аңын юя алмай торғанда, теге остан: "Һеҙгә кем кәрәк?"- тип дорфа өндәштеләр. Ҡат...
Яҙгөл аңын юя алмай торғанда, теге остан: "Һеҙгә кем кәрәк?"- тип дорфа өндәштеләр. Ҡатын бары: "Тормош иптәшем Наилгә шылтыратам", - тип бар көсөн йыйып бышылданы. Ул хәлһеҙләнеп, үҙенең ҡайҙа икәнен дә онотоп, урам уртаһында туҡтап ҡалды. Башы әйләнеп, күҙҙәре томаланғандай булды. Уйҙар буталдылар. Аңына килгәндә инде шылтыратыу өҙөлгән ине. Ҡатын бар көсөн йыйып иренең телефонын ҡабат йыйҙы. "Алло, һеҙгә кем кәрәк?" - таныш түгел ҡатындың асыулы тауышы сәрелдәүгә күсте. Яҙгөл был юлы бер нәмә лә өндәшеп торманы, телефонын һүндерҙе лә, үҙен ҡулға алырға тырышты. Тик дарҫлап типкән йөрәгенә бойороп буламы ни? Фатирының ишектәрен аса алмай бер булды - ҡулдары гүйә уныҡы түгел, тыңлатып ҡына булһасы. "Юҡ, былай бармай, аҡылдан яҙыуым бар" - Яҙгөл кухняға инеп үҙенә һыу ҡойоп алды ла, бер тынала эсеп бөттө. Көҙгө эргәһенә килде. Көҙгөнән уға ҡасандыр бик һылыу ғына булған йөҙөнә йылдар йонсоу һәм йыйырсыҡтар һалып маташҡан, шулай ҙа сибәрлеген юғалтмаған ҡатын ҡарай ине. Яҙгөл шулай оҙаҡ ҡына үҙенә ҡарап торҙо, бөҙрәләнеп төшкән сәстәрен йыйып ҡуйҙы. Сәй ҡуйып ебәрҙе. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-09-05/hyyanat-hik-y-4440595