Байтаҡ һүҙһеҙ килделәр. Шунан Таңһылыу телгә килде.
Байтаҡ һүҙһеҙ килделәр. Шунан Таңһылыу телгә килде. – Бер ҙә ҡайтарғы килмәй бит әле һеҙҙе, Бәхтиәр ағай, – тип асылды, үҙенең һүҙҙәренән үҙе оялды – йөҙө ҡыҙарҙы, ҡараштары моңһоуланды. – Ҡорғаҡһыған күңелемде тулҡынландырҙығыҙ ҙа ҡуйҙығыҙ. Миңә был турала әйтеү оят, тик нишләйем, был, ысынлап та, шулай, мин уны һеҙҙән йәшергем килмәй. – Мин үҙем дә шундай хәлдә, Таңһылыу. Быға тиклем бындай ҙа мәжнүн булғаным юҡ ине. Фатир алыштырам тип килеп һине таптым, – Бәхтиәр ҡатынды ҡыйыуһыҙ ғына үҙенә тартты. – Хоҙай ниңә иртәрәк осраштырманы икән? – Ҡатының, ике малайың, яратҡан эшең бар, һин бәхетле, тормошоң теүәл. Ә мин һыңар калош ише япа-яңғыҙмын. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-08-25/sm-y-sh-y-ki-di-ge-ge-dauyl-4791725