Был фажиғә ауылды ғына түгел, ә бар районды тетрәндерҙе. Кешеләр туҡталыштарҙа, эш урын...
Был фажиғә ауылды ғына түгел, ә бар районды тетрәндерҙе. Кешеләр туҡталыштарҙа, эш урынында, урамда ошо хаҡта ғына һөйләне. “Ниндәй вәхшилек менән ҡылынған енәйәт!” - тип баш сайҡаны ололар. Йәшерәк ҡатындар араһында: “Шулай кәрәк ирҙәргә! Киләсәккә аҡыл булыр!” - тиеүселәр табылды. Һәләк булған ирҙең туғандары менән аралашыу ауыр тойғолар ҡалдырҙы. “Ул (килендәре) һәр саҡ үҙе менән бысаҡ алып йөрөгән. Ябай бысаҡ түгел, ә салғынан эшләнгән, бер һүҙ менән ҡорал инде. Был хаҡта һуңынан балалары илай-илай һөйләне. Уға ҡустыбыҙҙы үлтерергә сәбәп кенә кәрәк булған...” https://ejansura.ru/news/hikaya/2026-08-26/atyn-y-nd-kilg-n-azrail-4793103