— Оят бит әле оят, Рәйлә апай… Ул аҙғыны кем икән һуң? Егете барлығын һиҙҙермәй ҙә бит ...
— Оят бит әле оят, Рәйлә апай… Ул аҙғыны кем икән һуң? Егете барлығын һиҙҙермәй ҙә бит әле йүнһеҙ ҡыҙ. Артыҡ сығып йөрөгәнен дә аңғарманым, кистәрен шул имтихандарға әҙерләнәбеҙ тип китә инде. — Тимәк, туғаным, бында һинең дә ғәйебең юҡ түгел. Ир-егеттең күҙе төшөрлөк еткән ҡыҙың була тороп, ни йөрәк менән өйөңдә тыныс ҡына йоҡлап ятаһың? — Нишләйем һуң, эйәреп йөрөйөммө? — Эйәреп үк йөрөмәһәң дә, балаңдың уй-хыялдарын, кисерештәрен тойорлоҡ яҡын була белергә кәрәк. Шул ваҡытта ул да һиңә кемгәлер ғашиҡ икәнлеген әйтер, һөйләр, кәңәшләшер ине. — Эш тә өй, эш тә өй бит үҙемдең дә, аталары ҡырҙа булғас, донъя ла бер елкәлә, тигәндәй… — Әсәнең төп бурысы бала икәнде онотабыҙ шул беҙ шулайтып… Ярай, инде булаһы булған, хәҙер һинең бар эшең ошо ҡатмарлы хәлдә Фәниәне һаҡлап, ҡурсалап ҡалыу һәм… баланы. «Бала» һүҙенән Фәриҙә һөйләшеүҙең мәғәнәһен яңы ғына аңлағандай тертләп китте: — Бала булмаҫ инде ул, Рәйлә апай, тапмаҫ, алдырыр… Срогы ниндәй икән әле? https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-07-29/tyuma-4766218