Был табипты беҙҙең яҡҡа белгестәр етмәгән саҡта килтерҙеләр. Ул акушер булып эшкә ҡайтт...
Был табипты беҙҙең яҡҡа белгестәр етмәгән саҡта килтерҙеләр. Ул акушер булып эшкә ҡайтты. Үҙе яңғыҙ, ғаиләһе юҡ. Ҡатын-ҡыҙҙың иң гүзәл сағында яңғыҙ булыуы күңелемдә шунда уҡ шик тыуҙырҙы. Беҙ бер йәштә инек — икебеҙгә лә 33 йәш. Минең ирем, ике улым бар, өсөнсө балаға ауырлы инем. Ғаиләбеҙ менән матур ғына йәшәп ята инек, киләсәккә өмөттәребеҙ ҙур ине. Бер көндө, йәй башында, күрше йортҡа ошо ҡатын килеп урынлашты. Шул ваҡыттан бөтә иғтибар уға йүнәлде. Ауыл халҡы, яңғыҙ ҡатынға ярҙам кәрәк тип, төрлөсә ярҙам тәҡдим итә башланы. Айырыуса ирҙәр йәнләнеп китте — хатта эскеселәр ҙә айнып киткәндәй булды. Бөтәһенең телендә — Зилә. Мин уны тәүге көндән үк өнәмәнем. Ул һәр кемгә йылмайып, яғымлы һөйләшкән була, артыҡ яһалма күренә ине. Беҙ ябай ауыл кешеләре, бындай ҡыланыш беҙгә ят. Шуға күрә бер ваҡыт тураһын әйтеп һалдым: — Зилә, үпкәләмә, әммә һинең гел йылмайып йөрөүең миңә оҡшамай. Кеше алдап йөрөмә, үҙең бул, — тинем. Ул күҙҙәрен ҙур итеп асып ҡараны ла, ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. https://ejansura.ru/news/hikaya/2026-04-27/k-rshem-sihyrsy-4666877