Береһенә лә баш бирмәйем тип, эшендә лә, өйөндә лә күпме тиҫкәреләнде ул. Нимәгә иреште...
Береһенә лә баш бирмәйем тип, эшендә лә, өйөндә лә күпме тиҫкәреләнде ул. Нимәгә иреште һуң? Әсе теле менән күршеләрен, хеҙмәттәштәрен генә түгел, иң яҡын кешеләрен - ҡарсығын, улдарын, туғандарын үҙенән биҙҙерҙе, ситләтте. Уларға яҡты йөҙ күрһәтеүҙе, йылы һүҙ әйтеүҙе кәмһенеү, түбәнһенеү кеүек күрҙе ул. Асыуын теҙгенләй алмай, эргә-тирәһендәгеләрен күп тапҡыр үҙенә ҡаршы ҡуйҙы, шуның өсөн аҙаҡ үҙе күпме үкенде, әммә юҡҡа рәнйеткәне, яңылышҡаны өсөн ғәфү үтенергә теләмәне, теләмәне генә түгел, был уй башына ла инеп сыҡманы. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2025-07-28/kenese-bulma-a-4329792