Ғәлиме яраланы әсәһе йөрәген. Ире үлеп, улын яңғыҙы тәрбиәләүсе Әлфидәне һайлаған улына...
Ғәлиме яраланы әсәһе йөрәген. Ире үлеп, улын яңғыҙы тәрбиәләүсе Әлфидәне һайлаған улына риза булманы Рәхимә. Бар көсөнә ҡаршы торған әсәһен тыңламаны улы. Балалы ҡатынды етәкләп алды ла ҡайтты. Уныһы ла килешкән, оялып та торманы, балаһын күтәреп егет кешегә эйәреп килде лә инде. Рәхимә күрше-тирәһенән ғәрләнде, төн йоҡоларын йоҡламай әпәүләп үҫтергән балаһын ҡарғап-ҡарғап иланы. Яңы теле асылып килгән сабыйҙың ғәйебе юҡ та ул, Рәхимә киленен яратманы. Уныһы ҡәйнәһенә ярарға теләнеме әллә үҙе холҡо менән тырыш булып сыҡтымы, Рәхимәнең ҡулынан бар эште һыпырып алды. Булған эшкә лә тилбер, донья көтөргә тырышып торған Әлфидәнән, кер эҙләүен ҡуя алманы Рәхимә. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2022-03-11/sihyrly-kilen-hik-y-2724035