...Бына, ҡултыҡ таяҡтарына таянып, Хәмит баҫып тора. Үҙе, ниңәлер, ғәйепле кеше шикелле...
...Бына, ҡултыҡ таяҡтарына таянып, Хәмит баҫып тора. Үҙе, ниңәлер, ғәйепле кеше шикелле, йомшаҡ ҡына йылмая. Ун йылдарға торош итерлек дауыллы бер йыл уны ла, Сәлимәне лә танымаҫлыҡ итеп үҙгәрткән, күрәһең. Улар хәҙер икеһе лә бынан йыл ярым элекке, Хәмитте оҙатҡан кистәге, балалар түгел. Улар хәҙер, ошондай ҡаты һуғыш мәленә генә хас рәүештә, әҙ ваҡыт эсендә күпте кисергән, бер йыл эсендә күп йылға олоғайған кешеләр ине. Бындай кешеләргә аңлашыу, һөйләшеү, йөрәктә ҡайнағанды асып һалыу еңел түгелдер, күрәһең... Шуға күрә лә был осрашыу шулай һис тә көтмәгәнсә, теләмәгәнсә килеп сыҡты ла инде. Әллә ни булды ул көндө Сәлимәгә: әллә ҡаты һағыныуҙанмы, әллә үлде тип ҡайғырыуҙан һуң ҡапыл ҡыуаныуҙанмы, әллә Хәмит ул теләмәгәнсә, ул көтмәгәнсә яраланғанғамы, әллә инде шундай мыҡты, һылыу кәүҙәле егетте зәғифләп ҡайтарған шәфҡәтһеҙ һуғышҡа ҡаты рәнйеүҙәнме, ул ни әйтергә, ни эшләргә лә белмәй ҡатты ла ҡалды. Хәмиткә бер генә йылы һүҙ ҙә әйтә, шатлығын да, ҡайғыһын да белдерә алманы. Йөрәгендә тулышҡан һөйөү, һағыныу, көйөнөү тойғоларын да һөйләмәне ул. Уның һүҙҙәре көтөлмәгәнсә ҡоро, һалҡын, мәғәнәһеҙ булып сыҡты... https://ejansura.ru/news/hikaya/2026-09-21/m-h-bb-t-hik-y-z-yn-b-biisheva-4822190