...Хәҙер кешеләр ен-шайтанға ышанып бармай. Үҙҙәре уларға әйленеп бөтөп барғастыр инде....
...Хәҙер кешеләр ен-шайтанға ышанып бармай. Үҙҙәре уларға әйленеп бөтөп барғастыр инде. Бына минең өләсәйем: “Ендәр беҙҙең янда ғына йәшәне, йыш ҡына уларҙың бер урындан икенсе урынға күсенеүен беҙ ишетә торғайныҡ. Улар шарт та шорт малын ҡыуа, балаларының илағаны-шаярғаны, аттарының кешнәүе, арба шығырлаған тауыштары ишетелә ине. Бындай ваҡытта ололар беҙҙе йорттан сығарманы, үҙҙәре лә сыҡманы. “Ендәрҙең юлын быуырға ярамай, асыуланһалар йортоңа, нәҫелеңә бәлә, төҙәлмәҫ ауырыу килеүен көт тә тор”,-тип иҫкәртерҙәр ине. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-07-08/bismilla-k-s-4745063