Берҙән-бер ҡыҙы Мәҙинә хәҙер студентка, яңыраҡ ялға ҡайтып китте, медицина университеты...
Берҙән-бер ҡыҙы Мәҙинә хәҙер студентка, яңыраҡ ялға ҡайтып китте, медицина университетының өсөнсө курсында уҡып йөрөй. Ҡыҙы тураһында, уның менән һуңғы тапҡыр һөйләшеүе иҫенә төштө. Шул һөйләшеүҙән һуң инде ауырлыҡтар кисереп шаҡтай таушалған, йомшарған әсә йөрәгендә үҙенә бер төрлө әрнеүле эҙ ҡалды. Ул Мәҙинәгә тормошонда ҙур үҙгәреш булырға тейешлеге тураһында - кейәүгә сығырға теләүе тураһында әйткән ине. Ҡыҙы ҡаршы килер тип уйлап булһа кәрәк, Ғәлимә апай һүҙҙе шаҡтай йыраҡтан уратып башланы. https://ejansura.ru/news/hikaya/2024-04-19/bes-n-e-e-3734917