Беҙҙең телгә бер нәмә эләгеү генә көс, булған-булмаған тештәр ҡойолғансы шуны серетәбеҙ...
Беҙҙең телгә бер нәмә эләгеү генә көс, булған-булмаған тештәр ҡойолғансы шуны серетәбеҙ бит инде. Шулай бер төркөм бисәләр, ирҙәр юҡ шул, ирҙәр юҡ шул, булған ғыналары ла эсеп ҡырылып бөтөп бара, тип зар илашып ултыра икән. Уларҙы тыңлап ултырған ҡыҙы: “Эй, әсәй, алай ҙа ирҙәр мул саҡта тыуып ҡалынған”, – тип ҡыуанған, имеш. Кит инде, кит! Шул да булдымы хәсрәт! Нисек инде ирҙәр булмаһын ул! Бар ул, буйтым. https://ejansura.ru/news/hikaya/2024-02-03/key-g-baryp-arayym-le-3629120