Әҡлимә ир-ат алдында үҙен тота белә ине. Ул Артурҙың ҡаушауынан файҙаланып биленән ҡосо...
Әҡлимә ир-ат алдында үҙен тота белә ине. Ул Артурҙың ҡаушауынан файҙаланып биленән ҡосоп алды ла, яурындарына эйәген терәп аптыраулы күҙҙәрҙән ҡарашын да алмай: – Ҡайҙа оҙаҡлап йөрөйһөң? Күпме инде көтөргә була? Соня Николаевна, таныш булығыҙ, был минең буласаҡ ирем. Тиҙҙән туй яһаясаҡбыҙ... – тип ярып һалды. Тегенеһенә инде етә ҡалды: – Ой, Анечка! Вәт, маладис, шундай бөркөттө эләктергәнһең... Ҡотлайым! Үтегеҙ, үтегеҙ йәш кеше... Кейәү... Ниңә баштан аңлатманығыҙ инде? – тип сәрелдәп алды ла китте. Әҡлимә бүлмәһендә яңғыҙ түгел ине. Ике әхирәте менән билдәһеҙ сәбәпте “йыуалар” икән. Артур ҡыҙҙар алдында үҙен бик тыйнаҡ, әҙәпле тоторға тырышты. Ә улар ғүмере егет күрмәгәнме ни, уға сат йәбештеләр, һәр береһе Артур менән вальста өйөрөлдө, “брудершафт” эсте, исеме-есеме менән ҡыҙыҡһындылар. Бындай иғтибарға егеттең кәйефе лә күтәрелеп китте. Ҡунаҡтар оҙатылғас, Артур күңелен өйкәгән, йөрәген әрнеткән һорауға яуап алырға булды. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-06-28/urta-ir-4731838