- Йәнә бер бәхетһеҙ донъяға килде, - тине уның кендеген киҫеп, оҙонса тас өҫтөндә ауыҙы...
- Йәнә бер бәхетһеҙ донъяға килде, - тине уның кендеген киҫеп, оҙонса тас өҫтөндә ауыҙынан ғына һыу ағыҙып сайындырып, иҫке итәккә төргән әбей. Аңлай, һөйләшә белһә, “ниңә улай тинең”, тип һорар ине бала, ә әлегә йылы булһын өсөн өләсәһенең ауыҙынан сығарып ҡаптырылған аҡ май менән балды ирендәрен сәпелдәтә-сәпелдәтә һурыуын белде. Бер аҙҙан ишек асылып, сайҡала-сайҡала ир кеше килеп инде, алам-һалам араһында ятҡан төргәкте күргәс, телен саҡ әйләндереп: - Кем? – тип һораны. - Мала-ай, - әбей бошонҡо тауыш менән һуҙып ҡына шулай яуапланы. Һаҡал баҫҡан йөҙҙә шатланыу ғәләмәте сағылып ҡалғандай булды, һәр хәлдә уртында таш тәгәрәткәндәй көрмәлә-көрмәлә: - Шәп! Әсәй, һөйөнсөһөнә - бер ярты! – тип әйтергә ҡеүәт тапты, шунда уҡ иҙәнгә гөрһөлдәп ауып, ғырылдап йоҡлап та китте. Аҡбуры ҡойолоп, сит-ситтәре ҡупҡан мейес артынан иҫерек тауыш ишетелде: - Ҡәйнә, шешәлә ҡалған булһа, ҡойоп бир әле, хәл индерергә. Бала ла яҡшыраҡ йоҡлар. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2024-05-29/i-m-tlek-ey-n-3790616