Яһалма зиһен һәм журналистика: кем кемде? — 16 июня 2026 г. в 11:31:36.627
Яһалма зиһен һәм журналистика: кем кемде? 📱 Бөгөн граждандарҙың 40 проценты ғына ысын яҙмаларҙы нейроселтәр яһаған «дипфейктарҙан» айыра ала. Технологиялар алға бара, тәнҡитле фекерләү түбәнәйә, интернеттағы текстарҙың күбеһе яһалма зиһен ярҙамында яҙыла... Тап ошо шарттарҙа халыҡҡа дөрөҫлөктө ялғандан айырырға ярҙам итеүсе журналистарҙың роле баһалап бөткөһөҙ. Был хаҡта Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының V медиайыйынында республика Хөкүмәте вице-премьеры Олег Ли белдерҙе. Ул яһалма зиһенде дошман түгел, ә ярҙамсы итеп ҡабул итергә кәңәш итте. Ләкин эштә 3 төп принципты үтәү мотлаҡ: 1️⃣ Асыҡлыҡ. Уҡыусы йәки тамашасы был текстың йә видеоның төп нөсхәме әллә яһалма зиһен ҡатнашлығында яһалғанмы икәнен мотлаҡ белергә тейеш. 2️⃣ Авторлыҡты яҡлау. Һәр мәҡәлә артында – журналистың тиҫтәләгән йыллыҡ тәжрибәһе һәм күп сәғәтлек хеҙмәте ята. Уны бөтә юлдар менән дә яҡларға кәрәк. 3️⃣ Экспертиза. Бөгөн мәғлүмәт табыу проблема түгел, ә бына мәғәнә тәрәнлегенә ҡытлыҡ булыуы ихтимал. Шуға күрә ваҡиғаларға дөрөҫ анализ яһай һәм аңлата белгән профессионалдарҙың эше иң ҙур ҡиммәткә әүереләсәк. 💬«Яһалма зиһен көндәлек эшегеҙҙә ярҙам итһен, ә һеҙ, коллегалар, мәғәнә (йөкмәтке) менән шөғөлләнегеҙ», – тип йомғаҡланы сығышын Олег Ли. Беҙҙең менән бергә булығыҙ! ВК: https://vk.ru/bewellforever ОК: https://ok.ru/group/57046264643792 МАХ: https://max.ru/bewellforever

