Бөгөн башҡорт халҡының милли батыры СалауатЮлаевтың тыуған көнө. — 16 июня 2026 г. в 04:14:56.030
Бөгөн башҡорт халҡының милли батыры СалауатЮлаевтың тыуған көнө. ⭐️САЛАУАТ ЮЛАЕВ шиғырҙары ♦️Егеткә Бейектә оса ҡоҙғон ҡош, Унан бейек осар ыласын бар. Ыласындан да бейек оса торған Ҡош батшаһы — ҡыйғыр бөркөт бар. Шул бөркөттәй, егет, батыр бул, Тайғаныңда таян дуҫтарға. Яуҙа, арыҫландай ажғырып, Йән аямай ташлан дошманға! ♦️Яу Заманалар булған элгәре, Булған илдең батур улдары. Баш етмәҫлек эштәр эшләгәндәр, Бөтә ғәләм белгән уларҙы. Ғүмер буйы йөрөп яуҙарҙа, Йыйған улар һанһыҙ дуҫтарҙы. Еңгән улар бик күп батырҙарҙы, Ҡырған улар һанһыҙ дошманды. Ҡурҡмағандар сихырсынан, Аждаһалай уҫал яуыздан, Ен-пәрейҙәр мәкер-хәйләнән, Йылан сәсә торған ағыуҙан. Рухым күтәрелде минең дә, Эйәрләнем мин дә атымды. Дошман сафын тар-мар итергә Изге яуға уҡтай атылдым. Мин ҡыйраттым дошман сафтарын, Өс йөҙ дошман һөжүм иттеләр, Бик күптәре аяҡ аҫтында Кәүҙәләрен тупраҡ иттеләр. Яуыз дошман яуы эсенән Атым алып сыҡтым аҡланға Аҡландағы йылға ситендә Ултырып тәсбих әйтеп Аллаһҡа, Изге яуға тағы барам мин, Азатлыҡ һәм шөһрәт табам мин.

