Перейти к содержимому
Максиметер

📌 «Тынысланырға һәм ажиотаж тыуҙырмаҫҡа кәрәк»

📌 «Тынысланырға һәм ажиотаж тыуҙырмаҫҡа кәрәк» БСТ каналында Башҡортостанда яғыулыҡ менән хәл тураһында брифинг үтте. Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Олег Тыщенко һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова яғыулыҡ баҙарындағы хәл һәм уны тотороҡландырыу өсөн күрелгән саралар тураһында һөйләне. — Салауат ҡалаһының сәнәғәт биләмәһенә БПЛА һөжүме Башҡортостандың яғыулыҡ баҙарына йоғонто яһамай. — Яғыулыҡ етерлек, етештереү ҡеүәттәре төбәк ихтыяжын артығы менән ҡаплай. — Канистрҙарға һәм мискәләргә яғыулыҡ һалыуға сикләүҙәр ғәмәлдә ҡала. Бәләкәй АЗС-тарҙың яҡынса 20% биржа аша һатып алыуҙағы ҡыйынлыҡтар арҡаһында ваҡытлыса эшләмәй. — Коммуналь техника, махсус хеҙмәттәр һәм аграрийҙар яғыулыҡ менән тәьмин ителгән. — М-12 трассаһында проблемалар юҡ, ә «Өфө — Стәрлетамаҡ» юлында айырым райондарҙа ҡыйынлыҡтар бар. — АИ-95 менән өҙөклөктәр етештереү үҙенсәлектәренә бәйле. — Өфөлә хәлдең 2–3 көн эсендә тотороҡланыуы көтөлә, тәү сиратта — ҙур ҡалалар. — Мишкә районы һәм Бөрөләге хәл контролдә, яҡын арала уны тотороҡландырыу күҙаллана.

312 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

936 подписчиков · Новости

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.