📍АҪЫЛҒУЖА — 15 июля 2026 г. в 02:59:07.646
📍АҪЫЛҒУЖА Аҫылғужанан да камилыраҡ, күркәмерәк кешене быға тиклем осратҡаны-күргәне булмағандыр Фирүзәнең. Шуға ла бер ҡараштан ғашиҡ булды ла ҡуйҙы. Бик тиҙҙән был тойғоһо көслө мөхәббәткә әүерелде. Яратмаҫлыҡ та түгел шул: ул буй-һын тиһеңме, иплелеге, әҙәплелеге – бөтә яҡлап ғүмер буйы хыялында йөрөткән кешеһе бит ул. Шуға ла ҡыҙ тәҡдиренә рәхмәт әйтә-әйтә уны ҡабул итте лә ҡуйҙы. Быға тиклем һис бер кисермәгән хистәр донъяһында гиҙҙе. Һөйгәненең өйләнеп, ҡатынын айырғаны ла, биш йәшлек ҡыҙы үҫеүе лә Фирүзәнең һөйөүенә кәртә була алманы. Ғөмүмән, ҡыҙ унан башҡа бер кемде лә күрмәне. Яратҡан китап-журналдар, телесериалдар артҡы планға күсте, туғандары-дуҫтарынан ситләште. Тик Аҫылғужаһын – аҫылдарҙан-аҫыл хужаһын ғына көттө, уның өсөн генә биҙәнде, кейенде-яһанды, башҡа бер кемде күрмәҫ булды. ↘️https://kungak.ru/news/fate-life/2026-07-15/a-yl-uzha-4750735

