Миллион һум аҡса отҡан — 5 августа 2026 г. в 10:50:08.942
Миллион һум аҡса отҡан Башҡортостанда «Мечталлион» лотереяһы еңеүсеһен атанылар — 201‑се тиражда Татьянаға уңыш йылмая. Ул башта ҙур еңеүгә өлгәшкәнен шунда уҡ аңлап етмәй. Беренсе булып почта бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре һөйөнсөләй. Еңеүгә тулыһынса инанырға киң мәғлүмәт сараларында баҫылған мәҡәлә ярҙам итә - унда Башҡортостандан бәхетле кешене эҙләүҙәре хаҡында һүҙ бара. Татьянаның улы ла билет номерҙарын тикшереп сығып, әсәһенә бәхет йылмайғанын әйтә. Даланлы ҡатын аҡсаны торлаҡ һатып алыу маҡсатында тотонорға теләй.Ә һеҙ күүүп аҡса отһағыҙ, нисек тотонор инегеҙ?

