Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһында матур һәм файҙалы сара — көҙгө й...
Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһында матур һәм файҙалы сара — көҙгө йәрминкә ойошторолдо. Был хәйриә акцияһында башланғыс класс уҡыусылары, уларҙың класс етәкселәре, гимназия уҡытыусылары һәм ата-әсәләр ҡатнашты. Йәрминкәгә килеүселәр үҙҙәре әҙерләгән тәмлекәстәрҙән тыш, МХО-лағы яҡташтарыбыҙ өсөн ҡышҡылыҡҡа тоҙланған йәшелсәләр, төрлө салат һәм башҡа кәрәк-яраҡ та алып килде. Йәрминкәнән йыйылған барлыҡ аҡса махсус хәрби операциялағы яугир яҡташтарыбыҙға ярҙамға ебәреләсәк. Үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!