Зарланмайым. Мин зарланып ҡына,
Зарланмайым. Мин зарланып ҡына, Үҙгәрмәй бит тормош еңелгә, Сабыр итеп көтәм, серҙәремде Сисмәйенсә лайыҡ түгелгә. Еңел түгел һынмай, бөгөлмәйсә Башты ғорур тотоп йәшәүе, Тик ишетмәҫ минән бер кем аһ-зар – Был ғүмерҙәр – йәшен йәшнәүе! Тартҡылаша торғас яҙмыш менән, Бөттө инде сәстәр ҡарланып... ...Йәшен кеүек кенә ғүмеремде Йәшәйһем юҡ илап-зарланып! Фирүзә Абдуллина.
432 просмотров