Һеҙҙә һәүеректәр бармы? Ҡолон — айғыр ҡолон, бейә ҡолон. Бер йәшкә тиклемге йәш ат. Б...
Һеҙҙә һәүеректәр бармы? Ҡолон — айғыр ҡолон, бейә ҡолон. Бер йәшкә тиклемге йәш ат. Бер йәшлек булғас, ҡолондоң ялын, ҡойроғон киҫәләр һәм ҡырҡмыш тигән атама бирәләр. Айғыр ҡырҡмыш, бейә ҡырҡмыш йәки ябаға(ябаға тай). Тай — ике йәшкә тиклем. Ҡонан (иркәк малға), ҡонажын (орғасы малға). Ике йәштән өс йәшкә тиклемге йылҡы малы. Дүнән, дүнәжен. Өс йәштән дүрт йәшкәсә. Дүрт йәштән иркәк малға айғыр. Орғасы малға беренсе ҡолонға тиклем байтал, ҡолонлағас, бейә. Артабан ҡолонламаған бейә тыу(ҡыҫыр) бейә. Ҡолонһоҙ айғыр — һәүерек. Атҡа әйләндерелгән айғыр — алаша.