📍Ай ҡояштан нур ала Мәрйәм Бураҡаева
📍Ай ҡояштан нур ала Мәрйәм Бураҡаева "Ғәйшә, улар киткәс, байтаҡ ваҡыт иҫенә килә алмай тигәндай аптырап баҫып торҙо. Берсә һомғол буйлы, аҡ йөҙлө, һары сәсле, ҡаштарына тиклем һары, йәшел күҙле, әммә бик һөйкөмлө Маһирҙың ҡапыл ғына бөршәйеп бәләкәсләнеп, күҙ балдаҡтарының ҡыҙарып китеүен уйлап йәлләне, берсә ирен шул хурлыҡҡа ҡалдырыусы Гөлзәминәгә үпкәләне. Нурлығаяз менән үҙҙәре ҡауыша алмаһалар ҙа, әхирәте менән Маһир өсөн шул тиклем ҡыуанғайны Ғәйшә. Улар Гөлзәминә менән бергә уҡыны, Маһир менән Нурлығаяз класташтар ине. Нурлығаяз асыҡ, мут, үҙе гармунсы, йор һүҙле, шаталаҡ булды. Маһир өндәшмәҫерәк, баҫалҡы, күп ваҡытта ҡарашы менән генә аңлатыр ҡырыҫыраҡ холоҡло ине. Ул һөйләгән мәҙәктәрҙе йыш иҫенә төшөрҙө Ғәйшә. Әллә ысынды һөйләне, әллә берҙе биш итеп өҫтәне, иллә-мәгәр ул хәбәр һөйләгәндә, ауыҙ асып тыңлап, көлөп хәлдәре бөтә торғайны..." https://kungak.ru/news/literature/2026-10-24/ay-oyashtan-nur-ala-m-ry-m-bura-aeva-4852867