Йөрәктәргә йылы һалған күркәм осрашыу
Йөрәктәргә йылы һалған күркәм осрашыу Гимназиябыҙҙың 7б класс уҡыусылары класс етәксеһе Хәсәнова Эльмира Салауат ҡыҙы етәкселегендә күркәм осрашыуҙа булдылар. Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаевтың 85 йәшлек юбилейы уңайынан Төхвәтшин М.Х. исемендәге һуҡырҙар өсөн махсус китапханала йылы һәм тантаналы байрам сараһы ойошторолдо. Беҙҙең уҡыусылар был байрамға оло теләк барҙылар. Рәшит Шәкүрҙең һүҙҙәренә яҙылған «Ерем, илем, телем» йырын башҡарып, юбилярыбыҙҙың күңелен һөйөндөрҙөләр, тамашасыларҙың күңелен яуланылар. Уҡыусыларыбыҙҙың саф тауышы байрамға айырыуса йәм өҫтәне. Фәһемле осрашыу уҡыусыларыбыҙ һәм оло быуын өсөн онотолмаҫлыҡ рухи байлыҡ, ижад байрамы булып күңелдәрҙә ҡалды.
Канал в каталоге Максиметера
679 подписчиков · Школы и вузы