Өфөлә балалар өсөн яҙылған яңы китап менән таныштырҙылар. “Юлдаш” радиоһының баш мөхәр...
Өфөлә балалар өсөн яҙылған яңы китап менән таныштырҙылар. “Юлдаш” радиоһының баш мөхәррире Миләүшә Ғәлиева- Йәғәфәрованың “Ҡусты алып ҡайтығыҙ!” исемле китабының исем туйы үтте. Унда билдәле яҙыусылар, Миләүшә Ғәлиеваның коллегалары, “Тамыр” студияһында шөғөлләнеүселәр, “Китап” нәшриәте һәм гәзит-журнал хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Мәртәбәле сараны Фатима Мостафина исемендәге 20-се гимназияның 4 б класы уҡыусыһы Арыҫлан Сафин алып барҙы. Шулай уҡ авторҙың яңы шиғырын һөйләп ишеттерҙе. Балаларығыҙға йәки бүләккә матур, мәғәнәле китап эҙләйһегеҙ икән, “Ҡусты алып ҡайтығыҙ!” йыйынтығын “Китап” нәшриәтенең магазинынан һатып алырға мөмкин. Яңы китаптың ғүмере оҙон, ә уҡыусылары күп булһын!
Канал в каталоге Максиметера
680 подписчиков · Школы и вузы