"Киләсәк ҡоролтайы - Курултай будущего"🔥
"Киләсәк ҡоролтайы - Курултай будущего"🔥 ✅ Бөгөн Совет районы Хакимиәте һәм район Ҡоролтайы "Аҡсарлаҡ" лагерында "Киләсәк ҡоролтайы" исемле сара ойошторҙо. Был ҡоролтайҙа Совет районы мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Улар "Бизнес", "Экология", "Яһалма зиһен ИИ" , "Ҡала мөхите", "Спорт", "Тел һәм мәҙәниәт" төркөмдәрендә проект эштәре әҙерләне. Уларҙың етәкселәре булып Рөстәм Нуриев, Шәһит Мифтахетдинов, Әлфиә Ҡаһарманова булды. 👍Команда вәкилдәре проект эштәрен, башҡорт телендә Бөтә донъя ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов етәкселегендәге жюри алдында яҡланы. 6 проекттың бишеһендә беҙҙең гимназия уҡыусылары сығып эштәрен тәҡдим итте һәм башҡортса матур итеп сығыш яһаны. Башҡорт һәм рус телендә яҡшы итеп һөйләшә белеүҙәре бөтәһенә лә өлгө булды. Афарин, уҡыусылар!👏👏👏 Экология буйынса проект эшен тәҡдим иткән команда еңде🔥. Был проект райондың һәр мәктәбендә тормошҡа ашырыласаҡ. Районда башҡорт телендә "Эко - тренд" конкурсы ойоштороласаҡ. Экология буйынса башҡорт телендә видеороликтар эшләнәсәк, интернетта контент артасаҡ. 🎉Ҡоролтай аҙағында "Йомаҡ" төркөмө балаларға матур йырҙарын бүләк итте.
Канал в каталоге Максиметера
680 подписчиков · Школы и вузы