Перейти к содержимому
Максиметер

Бөгөн 5В класы уҡыусылары класс етәкселәре Рәсимә Хәмис ҡыҙы менән Башҡорт тирмәһендә ҡ...

Бөгөн 5В класы уҡыусылары класс етәкселәре Рәсимә Хәмис ҡыҙы менән Башҡорт тирмәһендә ҡунаҡта булды. Зауыҡ менән биҙәлгән тирмә эсендә балаларҙы йылы ҡаршы алдылар,хуш еҫле тәмле сәй менән һыйланылар.Унан тыш тирмә хужаһы Инвир Хисаметдинов балаларға боронғо башҡорттарҙың көн-күреше тураһында һөйләне,самауыр ҡайнатырға өйрәтте, күңелле, милли уйындар үткәрҙе. Балаларға бигерәк тә милли кейемдәр кейеп, фотосессия эшләү оҡшаны. Бындай саралар балаларға үҙ халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен яҡыныраҡ танырға ярҙам итә. Балалар бик ҡәнәғәт ҡалды.

610 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

680 подписчиков · Образование

Другие публикации канала

Популярные публикации канала

Ещё по теме «Образование»

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.