МОАУ Башкирская гимназия-интернат им.М.С.Буракаевой
Образование · 12 марта 2026 г.
💫💫💫11 март көнө, "Аманат" журналы һәм "Ватанды һаҡлаусылар" йәмәғәт ойошмаһы менән б... — 12 марта 2026 г. в 16:53:38.378
💫💫💫11 март көнө, "Аманат" журналы һәм "Ватанды һаҡлаусылар" йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә уҙғарылған, ижади конкурстың йомғаҡлау сараһы үтте. Бәйге шарттары буйынса, уҡыусылар, МХО-ла ҡатнашҡан ғаилә ағзалары тураһында, шиғыр йә инша яҙырға тейештәр ине. Ҡаһарман йөрәкле, ил һаҡсылары бер туған ағайҙары хаҡында, гимназиябыҙҙың 6-сы класс уҡыусыһы Ҡыуатова Гөлдәриә (етәксеһе Дәүләтбәҡова Зәйтүнә Иманғол ҡыҙы) инша яҙып, лайыҡлы рәүештә, еңеүселәр рәтенә инде.💯💯💯 💫💫💫Республикабыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре менән аралашып, иҫтәлекле бүләк һәм рәхмәт хаты менән бүләкләнеп, дәртләнеп ҡайтты уҡыусыбыҙ. Афарин!!! Гөлдәриәгә ижади уңыштар, ил һаҡсыларыбыҙға һау-сәләмәт ҡайтыуҙарын теләп ҡалабыҙ.

