МОАУ Башкирская гимназия-интернат им.М.С.Буракаевой
Образование · 13 марта 2026 г.
💫💫💫13 март көнө Меләүез ҡалаһының Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы Башҡорт гимназияһы... — 13 марта 2026 г. в 14:34:08.429
💫💫💫13 март көнө Меләүез ҡалаһының Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы Башҡорт гимназияһында V Республика фәнни-ғәмәли конференцияһы — «Арыҫланов уҡыуҙары» үтте. Башҡорт халҡының милли батыры Кинйә Арыҫланов исемен йөрөткән был сара республика кимәлендәге абруйлы майҙансыҡҡа әйләнде. Быйылғы конференцияға Башҡортостандың төрлө район һәм ҡалаларынан барлығы 556 эш тәҡдим ителгәйне. 💫💫💫М. С. Бураҡаева исемендәге Башҡорт гимназия-интернатының 9-сы «Б» класы уҡыусыһы Хәбибуллина Гөлйөҙөм (етәксеһе Айдашева Юлиә Мирғәли ҡыҙы) «География һәм тыуған яҡты өйрәнеү" номинацияһында сығыш яһап, I урын яуланы. Ошондай юғары конкуренция шарттарында беҙҙең уҡыусыбыҙҙың еңеүселәр рәтендә булыуы - оло ғорурлыҡ! Гөлйөҙөмгә яңынан-яңы фәнни үрҙәр һәм ҙур уңыштар теләйбеҙ! 👏👏👏

