✈️ Традициялар дауам итә: «Киләсәк самолеты» акцияһы!
✈️ Традициялар дауам итә: «Киләсәк самолеты» акцияһы! Мәктәптәрҙә иң тулҡынландырғыс һәм сағыу байрамдарҙың береһе — Һуңғы ҡыңғырау ! Был көн һәр сығарылыш уҡыусыһы өсөн яңы, ҙур тормошҡа ҡанат ҡағыу мәле. 💫Нәҡ ошо байрамда беҙҙең гимназияла күркәм йолаға әүерелгән «Киләсәк самолеты» бөтә Рәсәй акцияһы үтте. Беренсе класс уҡыусылары оло тормош юлына аяҡ баҫҡан ағай-апайҙарына үҙҙәренең йылы теләктәрен яҙып, ҡағыҙ самолеттар бүләк итте! 🌟 💫Уҡыу йылы башында, 1 сентябрҙә, сығарылыш уҡыусылары кескәйҙәргә кәңәштәрен ҡалдырғайны. Ә бөгөн иһә кескәй дуҫтарыбыҙ оло тормошҡа юл алған ағай-апайҙарына яуап бүләге әҙерләне. Сығарылыш уҡыусылары өсөн — был бала саҡ менән хушлашыу, өмөт һәм хыялдарҙың күккә осоуы. Беренсе класс уҡыусылары өсөн — өлкән иптәштәренә оло тормошта уңыштар теләү һәм мәктәп традицияларын лайыҡлы дауам итеү вәғәҙәһе. #Навигатордетства #Росдетцентр #Самолетикбудущего