🎉🎉🎉Бөтә яҡтан камил булыу, тормошта үҙ урыныңды табыу, маҡсаттарыңа ирешеү өсөн беҙг...
🎉🎉🎉Бөтә яҡтан камил булыу, тормошта үҙ урыныңды табыу, маҡсаттарыңа ирешеү өсөн беҙгә китаптар һәр саҡ ярҙамға килә. Китапҡа һөйөү, китап уҡырға ынтылыш тәрбиәләү маҡсатында Республикабыҙҙа күп саралар ойошторола. 📚📚📚Даими уҙғарылып торған «Китап уҡыусы ата-әсәләр-китап уҡыусы балалар» конкурсы быға миҫал булып тора. Быйыл ойошторолған бәйгелә, гимназиябыҙҙың 8 се а класы уҡыусыһы Рәйлә Ишарина (етәксеһе Нурия Мөхтәр ҡыҙы Ҡунысбаева) ғаиләһе менән ҡатнашып, беренсе урынға лайыҡ булды. Өфөлә үткән Китап байрамында был мәртәбәле конкурс еңеүселәрен ҡотлау тантанаһында ҡатнашыуы, бүләкләнеүе менән ихлас ҡотлайбыҙ!