МОАУ Башкирская гимназия-интернат им.М.С.Буракаевой
Образование · 19 февраля 2026 г.
💫Бөгөн Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Башҡорт гимназия-интернатында 5-11 класс уҡыусылары... — 19 февраля 2026 г. в 13:51:44.330
💫Бөгөн Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Башҡорт гимназия-интернатында 5-11 класс уҡыусылары араһында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған сафта йөрөү һәм йыр смотры конкурсы уҙҙы. ✨Һәр кластың отряды сафта йөрөү сығышын әҙерләгән ине. Ул тышҡы ҡиәфәт, сафтағы тәртип, рапорт тапшырыу, боролоштар яһау, сафта атлау, йыр башҡарыу күрһәткестәре буйынса баһаланды. Сара барышында уҡыусылар берҙәмлек, татыулыҡ, тәртип, бер төптән эш итеү кеүек төшөнсәләрҙең асылына төшөндөләр. 💫Байрам атмосфераһын мәртәбәле ҡунаҡтар үҙҙәренең йылы теләктәре менән тағы ла күтәрҙеләр.Ә бәләкәй дуҫтарыбыҙҙың матур йырҙары һәм бейеүҙәре был сараға айырыуса йәм өҫтәне. 💯 Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт! Һеҙ-илебеҙ киләсәге! ⚡Фотоларҙы түбәндәге һылтанма буйынса ҡарарға мөмкин. https://vk.ru/album-224256762_310037535

