МОАУ Башкирская гимназия-интернат им.М.С.Буракаевой
Образование · 18 февраля 2026 г.
💫16 февраль көнө гимназияның 8-се а класынан Исмәғилева Гүзәл, Юланов Асҡар етәкселәр... — 18 февраля 2026 г. в 08:09:59.530
💫16 февраль көнө гимназияның 8-се а класынан Исмәғилева Гүзәл, Юланов Асҡар етәкселәре – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Исмәғилева Гөлбаныу Ирек ҡыҙы менән бергә Өфө ҡалаһына юлландылар. Был көндө Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһында “Зәйнәб Биишеваның тормошо һәм ижады” темаһына XIII республика ижади проекттар конкурсы үтте. Гүзәл менән Асҡар был конкурстың “Беҙ төҙөйбөҙ тормош – ысын кеше Ысын бәхет менән йәшәр тип...” номинацияһында үҙҙәренең проекттарын яҡланылар. Уҡыусыларыбыҙҙың тормошто үҙҙәренең оло хеҙмәте менән күркәмләндереп, йәмләп, байытып йәшәүсе яҡын кешеләренә арналған эштәре лайыҡлы баһа алды. Юланов Асҡар – I дәрәжә, ә Исмәғилева Гүзәл III дәрәжә Дипломға һәм ҡиммәтле бүләктәргә эйә булдылар. Уҡыусыларыбыҙҙы һәм уларҙың етәксеһе Исмәғилева Гөлбаныу Ирек ҡыҙын ошо юғары уңыштары менән ихлас ҡотлайбыҙ! Был еңеүҙәр артында оло хеҙмәт ята! Афариндар!💯👏👍 💫Ошонда уҡ “Был көн миңә һәр саҡ йыр кеүек, йәшлегемә илткән юл кеүек...” темаһына уҡытыусылар өсөн ойошторолған онлайн конкурста II дәрәжә Дипломға лайыҡ булған тәрбиәсе Дәүләтбаҡова Зәйтүнә Имәнғол ҡыҙын да ихлас ҡотлап, артабан да яңы үрҙәр, яңынан-яңы еңеүҙәр теләп ҡалабыҙ!💐💐💐

