🔥🔥🔥Олимпиада еңеүселәрен ҡотлайбыҙ! — 22 мая 2026 г. в 04:21:43.609
🔥🔥🔥Олимпиада еңеүселәрен ҡотлайбыҙ! 💫20 майҙа Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында республика мәктәптәренән уҡыусылар һәм уҡытыусылар матур сараға йыйылды. Унда 2025 – 2026 уҡыу йылында Ю.А.Гагарин исемендәге Кубокка үткәрелгән олимпиаданың еңеүселәрен бүләкләнеләр. 💫Мәртәбәле сарала ошо олимпиадала башҡорт теленән еңеү яулаған Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Башҡорт гимназия-интернатының 7-се класс уҡыусыһы Назарова Динара, 8-се а класс уҡыусыһы Юланов Аскар һәм уларҙы олимпиадаға әҙерләгән башҡорт теле уҡытыусылары Дәүләтбаева Клара Мырҙағәле ҡыҙы, Исмәғилева Гөлбаныу Ирек ҡыҙы ҡатнашты. 💫Ойоштороусылар тарафынан сағыу, бай йөкмәткеле итеп әҙерләнгән был тантанала уҡыусыларға Диплом, миҙал, Юрий Гагарин исемендәге Кубок һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Уларҙың остаздары Маҡтау ҡағыҙы, Диплом, бүләк сертификаттары һәм «Киләсәк остазы» исемле награда менән билдәләнде. 💫Уҡыусыларҙы һәм уларҙың уҡытыусыларын ҙур еңеү менән ҡотлайбыҙ! Артабан да тик уңыштар юлдаш булһын!👏👏👏

