МОАУ Башкирская гимназия-интернат им.М.С.Буракаевой
Образование · 29 января 2026 г.
27 ғинуар – Рәсәйҙең хәрби дан көнө. Был көндө Ленинград блокадаһы тамамлана. Бөйөк Ват... — 29 января 2026 г. в 13:41:23.168
27 ғинуар – Рәсәйҙең хәрби дан көнө. Был көндө Ленинград блокадаһы тамамлана. Бөйөк Ватан һуғышы тарихында тәрән эҙ ҡалдырған был ҡамалыш ваҡытында Ленинградта йәшәүселәргә лә, ҡаланы һаҡлаусы һуғышсыларға ла ауыр һынауҙар аша уҙырға тура килгән. Ошо дата айҡанлы Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Башҡорт гимназия- интернатының "Хазина " музейында башланғыс класс уҡыусылары өсөн дәрес үткәрелде. Дәрестең маҡсаты Ленинград блокадаһында батырҙарса һәләк булған ҡорбандарҙы иҫкә алыу, уҡыусыларҙа патриотик һәм гражданлыҡ тойғоһон уятыу, ихтирам тәрбиәләүҙә ине. Уҡыусыларға «Ленинград блокадаһы» исемле презентация күрһәтелде, әңгәмә үткәрелде. Музей дәресе бик фәһемле булды.

